Стәрлетамаҡта 22 меңдән ашыу уҡыусы өйөндә уҡый

Стәрлетамаҡта 13 мәктәп тулыһынса, ә 23 мәктәптең 343 класы уҡыусылары өйҙән уҡыуға күскән. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.

Стәрлематаҡтағы мәктәп уҡыусыларының 22 меңдән ашыуы хәҙер дистанцион белем биреү тәртибендә.

7 февралгә алынған мәғлүмәттәр буйынса яңы коронавируслы инфекция 169 уҡытыусыла, йәғни, дөйөм белем биреү учреждениеларында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең 8 процентында, һәм 182 тәрбиәселә табылған. Балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең был 6 проценты.

Оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡҡа балаларға тәғәйенләнгән «Спутник М» вакцинаһы килтерелгән. Хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов ошо белдереүҙе ата-әсәгә еткерергә ҡушты. Бынан тыш, мәктәп етәкселегенең уҡыусыларҙы дистанцион белем биреүгә күсереү-күсермәү мәсьәләһен үҙ-аллы хәл итергә хоҡуҡлы икәне һыҙыҡ өҫтөнә алынды.