Республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотланы. Бик ауыр, яуаплы осор һәм республикаға тап үҙ илен, республикаһын яратҡан кешенең етәкселек итеүе уның артабанғы үҫешен билдәләне, тине Радий Хәбиров. Оператив кәңәшмә башында тыуған көндәрҙе барлау йолаһы ғәҙәттә мәғлүмәти киңлектән ситтә ҡала. Был юлы уны инҡар итеп булмай, сөнки Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың 88 йәшен бидәләгән көн менән тап килде ул. Ил ағаһын Радий Хәбиров йылы һүҙҙәр менән хәтергә алды. Кәңәшмә тәртибен иҫәпкә алып дауам иткәндә үткән аҙнаның эшлекле ваҡиғаларына йомғаҡ яһала торған йолаһы ла бар. Был юлы Башҡортостандың Рәсәй тимер юлдары компанияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлегенә айырым иғтибар ителде. Ошо көндәрҙә Өфөнән Приютовоға тиҙ йөрөшлө поезд маршрутына старт бирелде. Киләсәктә Сибайға тиклем “Көнсығыш экспрессын” асыу күҙаллана, Өфөнө күрше Татарстандың баш ҡалаһы менән заманса составтар бәйләйәсәге лә анонсланды. Коронавирус алдан күҙалланғанса көндән-көн көсәйә, тәүлегенә 2 меңдән ашыу кешелә вирус барлығы асыҡлана, поликлиникаларҙа ял көндәренән һуң ҙур сираттар күҙәтелә. Шулай ҙа ул үткән аҙна башындағынан яҡшыраҡ тине Һаулыҡ һаҡлау министры. Ковид ҡәҙимге респиратор вирусҡа әйләнә бара. Тиҙ тарала, әммә кеше уны еңел үткәрә тине Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Казак. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, мәкерле сиргә балалар ҙа дусар шунлыҡтан бер нисә инфекцион госпиталдә балалар бүлектәре булдырылған. Әйткәндәй, балалар араһында коронавирус булғанлыҡтан үткән аҙнала 40 мәктәп карантинда булған, тағы ла 219 белем усағында миҙгел сирҙаренең әүҙем таралыуы арҡаһында уҡыу процессы туҡтатылып торған. Белгестәр билдәләүенсә, был аҙнала хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә башларға тейеш. Башҡортостан сәнәғәте яҡшы үҫеш күрһәтә. Бензин, сода, быяла, автотранпорт саралары өсөн кузов һәм тағылмалар етештереү буйынса респукблика илдә абсолют лидер булып ҡала. Үткән йылда дарыу етештереү, ҡағыҙ сәнәғәте һәм мебель эшләү 2-3 тапҡырға тиклем артып яҡшы үҫеш күрһәткән. Башҡортостандың һуңғы йылдарҙа экспорт потенциалы артыуын да күҙәтәбеҙ. 2021-ҙең 11 айында ғына республика предприятиелары 100-ҙән ашыу дәүләткә 4 млрд долларлыҡ тауар оҙатҡан. Үҫеш 21 процентҡа тиң. Радий Хәбиров сит илдәр менән иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә етди иғтибар бирергә саҡырҙы. Март айында рәсми делегация Ҡаҙағстанға юлланасаҡ. Оператив кәңәшмә һуңында республикала күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт буйынса доклад яңғыраны. Төбәк операторы отчетынан күренеүенсә, 941 йортта 4 миллиард һумдан ашыуға эштәр башҡарылған. Уларҙың күпселеге ҡыйыҡ һәм коммуникацияларҙы алмаштырыуға ҡайтып ҡала. Быйыл 750-ләгән күп ҡатлы йорттар ремонт башҡарыласағы билдәле. Бынан тыш республика бюджеты иҫәбенә подъездарҙы ремонтлау быйыл да дауам итәсәк. ҡайһы берҙәрендә эштәр ошо көндәрҙә башлана тиелде оператив кәңәшмәлә.
Оператив кәңәшмә
Оператив кәңәшмә