Мәктәп уҡыусыларының прививка яһатыу йәһәтенән әүҙемлеге күҙәтелә

Мәктәп уҡыусыларының прививка яһатыу йәһәтенән әүҙемлеге күҙәтелә

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр ғәмәлдә ҡала, вакцинация нөктәләре ғәҙәттәге тәртиптә, поликлиникалар көсәйтелгән режимда эшләй. Табиптар хәҙер сирлеләрҙе иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртынан киске унға тиклем ҡабул итә, ПЦР тестарҙы киске һигеҙенсе яртыға тиклем тапшырырға мөмкин. Мәктәп уҡыусыларының прививка яһатыу йәһәтенән әүҙемлеге күҙәтелә. Үҫмерҙәргә вакцина яһатыу ата-әсә ризалығы менән башҡарыла. Балаға препарат компоненттарына аллергия булғанда, һалҡын тейгәндә һәм башҡа сирҙәр менән ауырығанда Спутник-М вакцинаһын яһатырға ярамай.