Һәр операторға көнөнә кәм тигәндә 400 шылтыратыу ҡабул итергә тура килә. Тәүлегенә мең ярымдан ашыу шылтыратыу. Телефон бер минутҡа ла тынмай, ти Өфөнөң 50-се поликлиникаһы табиптары. Күпселек осраҡта юғары температура, йүткереү, тамаҡ ауыртыуға зарланып шылтырата халыҡ. Пациенттарҙы дауалау буйынса бар көс поликлиникалар иңенә төшә. Сирлеләр һаны бихисап булғанлыҡтан, табиптарҙы өйгә саҡырыу ҙа күпкә йышайған. Табиптар өлгөрһөн өсөн Өфө мэрияһы поликлиникаларға бөтәһе 120 автомобиль тапшырҙы. Поликлиникалар сәғәт иртәнге һигеҙенсе яртынан киске унға тиклем эшләү графигына күсте. Амбулатор ярҙам, ПЦР-тест тапшырыу, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын астырыу һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр һанының күбәйеүен ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә раҫлай. Республикалағы ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге көн һайын иртәнге сәғәт итәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Коронавирусҡа бәйле һорауҙарығыҙ булһа, 218-19-19 телефон һандарына шылтыратырға мөмкин.
Өфөлә ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге әле көсөргәнешле режимда эшләй
Өфөлә ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге әле көсөргәнешле режимда эшләй