Ошо исем аҫтында Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең ярҙам акцияһы старт алды. Уның сиктәрендә партияның урындағы бүлексәһе төрлө йәмәғәт вәкилдәре менән берлектә өйҙә коронавирус менән ауырыған яңғыҙҙар һәм өлкән быуын кешеләренә бушлай аҙыҡ-түлек таратты. Акцияла Өфөлә 100, ә республика буйынса 250 тирәһе автоирекмән ҡатнашты. Улар 700-ҙән ашыу мохтаж кешегә ярҙам күрһәткән, шул иҫәптән 100 кешегә – йылы аш һәм 600-ҙән ашыу кешегә аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырылды.
Ярҙам десанты
Ярҙам десанты