Республика йәмәғәтселеге бөгөн билдәле композитор Айрат Таһир улы Кәримовты һуңғы юлға оҙатты

Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге бөгөн билдәле композитор Айрат Таһир улы Кәримовты һуңғы юлға оҙатты

Айрат Кәримов 1941-се йылдың 21-се ғинуарында данлыҡлы баянсы һәм композитор Таһир Кәримовтың ғаиләһендә донъяға килә. Өфөнөң 1-се музыка мәктәбен һәм училищеһын, һуңынан М. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһын тамамлай. Республикала Айрат Кәримов исемен эстрада сәнғәтен үҫтереү менән бәйләйҙәр.