„Уңышлы түтәл„ төбәк проекты активистары менән бергә улар сәскә түтәлдәре яһаны.
Сергей Аксаков һәйкәле янына „Берҙәм Рәсәй„ фирҡәһе вәкилдәре ҡыҙыл петуниялар ултыртты. Ул яҡташыбыҙ, бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың тыуыуына 225 йыл тулыуға арнала.
Бәләкәй генә түтәлдә 500-ҙән артыҡ гөл ҡалҡып сыҡты. Улар Сергей Аксаковтың билдәле „Ал сәскәһен„ символлаштырасаҡ, ти „Берҙәм Рәсәй„ ағзалары.