Өфөгә Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһы етәксеһе Геннадий Зюганов килде

Тулыраҡ: Өфөгә Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһы етәксеһе Геннадий Зюганов килде

Бөгөн фирҡә лидеры Ленин һәйкәленә сәскәләр һалды, бер төркөм йәштәрҙе партия сафына алды. Шулай уҡ, Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Геннадий Зюганов Рәсәй-Башҡортостан радиоһында барған „Ирекле микрофон„ тапшырыуында ҡатнашып, билдәле журналист Азамат Сәйетов һәм халыҡ һорауҙарына яуап бирҙе.

Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһы етәксеһен тиҫтәләгән кеше ҡаршы алды. Улар араһында уҡыусылар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә бар ине.

Ленин һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң, Геннадий Зюганов партия һәм комсомол билеттары тапшырҙы. Барлығы фирҡә сафына 13 кеше алынды. Улар араһында студенттар һәм эшҡыуарҙар күп.

Артабан Генндий Зюганов Лениндың йорт-музейын ҡараны. Тарихтан билдәле булыуынса, Владимир Ленин 1900 йылда ике тапҡыр Өфөлә була. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында пролетариат юлбашсыһы хөрмәтенә баш ҡалала йорт-музей асырға ҡарар ителә. Ул 1941 йылдың 21 ғинуарында асыла. Надежда Крупская үтенесе буйынса эсендә шул ваҡыттағы интерьер булдырыла. Геннадий Зюганов йорт-музейҙы ҡарағандан һуң, иҫтәлекле бүләктәр һәм сувенирҙар тапшырҙы.

Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһы рәйесе Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Унда хеҙмәттәшлек юлдары өйрәнелде һәм фирҡәнең урындағы бүлексәһе эшмәкәрлеге тикшерелде.

Фирҡә рәйесе Рәсәй-Башҡортостан радиоһында барған „Ирекле микрофон„ тапшырыуында ла ҡатнашты. Билдәле журналист Азамат Сәйетов алып барған программала көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә. Геннадий Зюганов халыҡ һорауҙарына яуап бирҙе.
Бөгөн Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһы лидеры Стәрлетамаҡ ҡалаһына барырға ниәтләй. Геннадий Зюганов „Рощинский„ хужалығы эшмәкәрлеге менән таныша һәм халыҡ менән осраша. Иртәгә иһә Өфөлә КПРФ етәксеһе ҡатнашлығында Халыҡтар дуҫлығы һәм туғанлығы темаһына арналған Бөтә Рәсәй форумы башлана.