Имтиханы үтәсәк аудиторияларға ике күҙәтеү камераһы ҡуйылған. Имтихан барышында йәмәғәт күҙәтеүселәре лә эшләйәсәк. 27 майҙа — 11-се, 26-да туғыҙынсы кластарҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп этабы башлана. Имтихандар 22 июнгә тиклем дауам итә. Быйыл республикала туғыҙынсы класста уҡыусы 36 мең 692 һәм ун беренсе класта уҡыусы 20 842 кеше Төп дәүләт имтиханы һәм Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.
Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында Башҡортостанда аудиторияларҙың 75 проценты онлайн-күҙәтеү режимында эшләйәсәк
Тулыраҡ: Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында Башҡортостанда аудиторияларҙың 75 проценты онлайн-күҙәтеү режимында эшләйәсәк