Антиматдәләр COVID-сертификат алыу мөмкинлеге бирә

Рәсәйҙә ошо уңайҙан индерелгән үҙгәрештәр 21 февралдән ғәмәлгә инә.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы антиматдәләр асыҡлаған тест һөҙөмтәләре буйынса QR-код бирергә рөхсәт итте. Тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документтан күренеүенсә, антиматдәләр күрһәткән тестың ыңғай һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт булған сертификат ғариза тапшырған көндән алып өс көн эсендә төҙөлә. Унда дәүләт хеҙмәттәре порталындағы яҙманың номеры, тикшереү үткәреү көнө һәм ысулы, медицина изделиеһын етештереүсе, шулай уҡ тест үткәргән медицина ойошмаһы хаҡында мәғлүмәт индерелә. Антиматдәләр титры тураһында мәғлүмәт күрһәтелмәй.

QR-код тест һөҙөмтәләрен алған көндән башлап алты ай ғәмәлдә ҡала.