«Стелс-омикрон»ды нисек танырға

Хәлһеҙлек һәм баш әйләнеү коронавирустың яңы варианты - «стелс-омикрон»дың билдәләре булыуы ихтимал.

Был турала Англияның Милли һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтенә һылтанма менән Британияның Mirror газетаһы хәбәр итте. Көньяҡ Африка Республикаһы табибы Анжелика Кутзи фекеренсә, хәл бөтөү һәм тән һыҙлауы йыш ҡына SARS-CoV-2-нең ошо типтағы индикаторы була. Баш әйләнеү ҙә BA.2 мутацияһының киң таралған билдәләре иҫәбендә.

Был ике билдәнең көн дауамында күҙәтелеүе һәм юғалыуы ихтимал, тип иҫәпләй табиптар. Әгәр улар даими йәки бик көслө булһа, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ковидтың бөтә төрҙәренән иң һөҙөмтәле һаҡланыу сараһы — вакцинация. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко билдәләүенсә, стационарҙа ятҡан пациенттарҙың күбеһенең прививкаһы юҡ, тип хәбәр итте РИА Новости.