Өфөлә электробус хәрәкәте асылды

Башҡалала «КАМАЗ-6282» моделле заманса электробус һынау үтә. Ул пассажирҙарҙы ике ай буйы хеҙмәтләндерәсәк.

Өфөгә электробус «КАМАЗ» менән хакимиәттең Өфө ҡала транспорт инфрастуктураһы менән идара итеү предприятиеһы араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә килде. Техник хеҙмәтләндереүҙе беренсе һанлы троллейбус депоһы тәьмин итә. Тест ваҡытында күҙәтеү алып барыр өсөн Өфөлә «КАМАЗ»дың кесе «СЭТранс» ойошмаһы белгестәре эшләй.

- Шундай кимәлдә үҫешкән ҡаланың йәмәғәт транспортын яңыртыуға тырышыуына шатбыҙ, — тине компанияның әйҙәүсе инженер-электригы Антон Сагдединов. – Электробустың ыңғай яҡтары күренеп тора: уның салоны уңайлы, хәрәкәте тын, экологик яҡтан таҙа, сымдарға бәйләнмәгән, шуға ла юл-йүнәлештәре троллейбусҡа ҡарағанда иркенерәк.

Коммунистик урамы, 16-сы йортта урынлашҡан ультратиҙ заряд станцияһында көнэлгәре көйләү-ебәреү эштәре башҡарылған. Нөктә ҡала транспорт инфрастуктураһы менән идара итеү предприятиеһының тяга подстанцияһына тоташтырылған, электробус линияла йөрөтөп һыналған.

Өфө хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе Олег Шмарин белдереүенсә, һынауҙар өсөн ағымдағы миҙгел маҡсатҡа ярашлы һайланған, аккумулятор батареяһы мөмкинлектәрен һалҡын шарттарҙа тикшереп ҡарар өсөн.

- Техник характеристика буйынса транспорт сараһы 85 пассажир йөрөтөүгә иҫәпләнгән, ултырыр өсөн 35 урын бар. Электробустың хәрәкәт запасы 60 километр. Иң юғары тиҙлеге сәғәтенә 80 км, аккумуляторлы батареялар ҡеүәте сәғәтенә 80 кВт, заряд ваҡыты 10-дан 24 минутҡа тиклем, — тине ул. – Һынауҙар һөҙөмтәһенә ҡарап электробусты беҙҙең климат шарттарында файҙаланыуға эксперт баһаһы биреләсәк. Ҡала халҡының яңы транспорт төрөнә ҡарата фекере лә иҫәпкә алынасаҡ.

Әлеге ваҡытта электробус «Дан бульвары – Телеүҙәк» йүнәлешендә 2-се троллейбус маршрутында йөрөй. Түңәрәк оҙонлоғо 27 километр. Киләһе ял көндәрендә маршрутты Колхоз баҙарына тиклем оҙайтыу көтөлә. Смена дауамында электробус 6-7 рейс яһарға тейеш.

Юл хаҡын ҡулаҡса менән дә ҡулаҡсаһыҙ ҙа түләргә була. Хаҡы 22 һум, «Алға» картаһы буйынса – 18, уҡыусы картаһы менән – 10 һум.