Башҡортостандың эҙәрмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙың һөйәктәрен таба

Тулыраҡ: Башҡортостандың эҙәрмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙың һөйәктәрен таба

Улар Петр Ляльков исеме яҙылған медальонға ла юлыға. Һалдат Башҡортостандың Ишембай районы егете булып сыға. Петр Ляльков һуғышҡа бик күптәр кеүек үҙ теләге менән китә. Уның ҡатыны, ҡыҙы ҡала. Әлеге көндә яугирҙың биш ейән-ейәнсәре бар. Өләсәйем һуңғы көндәренә тиклем олатайыбыҙҙың әйләнеп ҡайтырына ышанып йәшәне, ти яугирҙың ейәне Алексей Ляльков. Петр Ляльковтың һөйәктәре Псков өлкәһендәге 170-се уҡсылар дивизия яугирҙары һуғышҡан урында табыла. Эҙәрмәндәр һалдаттың 1913-сө йылда Ишембай районы Өлкәр ауылында тыуыуын да асыҡлаған.Медальондың байтаҡ йылдар ер аҫтында ятып та тутыҡмауы, уның эсендәге мәғлүмәттең теүәл булыуы ла Петр Ляльковтың яҡындарын табырға ярҙам итә. Республиканың эҙәрмәндәр отрядтары хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исемдәрен асыҡлау буйынса бик ҙур эш башҡара. Улар Бөйөк Ватан һуғышы тарихына яңы биттәр өҫтәй. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай.