Өфө юлдарына яңы автобустар сыға

Республиканың йәмәғәт транспорты яңы автобустар менән тулыланды. Тәпәш иҙәнле ҙур класстағы яңы марка автобустары Яр Саллылағы «Раритэк» заводында етештерелә.

Лотос атамалы автобустар башҡаланың Дим районынан Инорс биҫтәһенә үткән йылдың 28 декабренән йөрөй башланы. 14 февралдән иһә йәнә 35 яңы автобус Өфө урамдарына сыға. Черниковканан Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе һәм Салауат Юлаев проспекты аша аэропортҡа барған автобустар һанын арттырыуҙы ҡала халҡы үтенгән. Радий Хәбиров яңы маршрутты һынағанда пассажирҙарҙың бар теләктәре лә иҫәпкә алынсасаҡ, тип белдерҙе. Республика башлығы ЛОТОСтарҙың мөмкинлеге һәм ыңғай сифаттарын ҡарап белер өсөн Башҡортостанда яңы эш башлаған тәжрибәле “Автомиг” ойошмаһы етәкселе менән осрашты. Пассажир ташыу өлкәһендә 20 йылдан ашыу эшләгән йәмғиәт ЛОТОС автобустарында Ярославль, Пермь, Мәскәү өлкәһе халҡын хеҙмәтләндерә. Автобустар газ яғыулығында, тимәк тәбиғәт өсөн таҙа, иркен, йылы. Водитель һәм пассажирҙар өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған