«Социаль селтәрҙә һәм мәғлүмәт системаларында халыҡтан үҫмерҙәрҙе прививкалауҙы ваҡытлыса туҡтатыуға бәйле мөрәжәғәттәр күп түгел, ләкин ата-әсә барыбер борсола», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһына Идара итеү үҙәгенән.
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғинуар айында төбәктәргә таратылған 2880 доза «Спутник М» вакцинаһы тотонолоп бөткән.
«Беҙ федераль үҙәктәрҙән вакцина көтәбеҙ, был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми ресурстарында хәбәр итербеҙ: https://health.bashkortostan.ru/ сайтында; https://vk.com/minzdrav_02; https://www.instagram.com/minzdrav_rb/; https://www.facebook.com/minzdravrb/ социаль селтәрҙәрендә», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.