Олокүл — Ҡабаҡ — Һыуыҡ шишмә автомобиль юлының 28-се саҡрымында мәктәп автобусы еңел автомобиль менән бәрелешкән.
Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Шишмә районынан 22 йәшлек ҡатын идара иткән «ВАЗ-2114» менән рулдә 47 йәшлек ир ултырған «ПАЗ» мәктәп автобусы бәрелешкән. Машиналар зыян күргән. Һөйөнөскә ҡаршы салонда пассажирҙар булмаған. Был хәл буйынса тикшереү башланған.