Туған тел көнө — юғалыу хәүефе янаған телдәрҙе һаҡлау, донъяла мәҙәниәт һәм тел төрлөлөгөнә булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә. Йыл һайын байрамдың үҙенсәлекле темаһы билдәләнә.
Башҡортостанда Туған тел көнө уңайынан төрлө мәҙәни саралар үтә, улар араһында бер нисә флешмоб ойоштороу ҡаралған.
14 февралдән 18 февралгә тиклем социаль селтәрҙә Республика халыҡ ижады үҙәге «Волшебное слово» — «Тылсылмлы һүҙ» йомаҡтары менән Онлайн-квест иғлан итте.
Квестта ҡатнашыусыларға йомаҡтар әйтелә. Уларҙы сисеп, яуапты һүрәткә төшөрөргә һәм үҙ сәхифәңдә #ВолшебноеСлово #ТылсылмлыҺүҙ #РЦНТРБУфа #МКРБ #РЦНТ хештегтары менән баҫтырырға кәрәк.
Йомғаҡлау бар ҡатнашыусыларҙың һүрәттәрен йыйып видеояҙма сығарыуҙан ғибәрәт. Республика халыҡ ижады үҙәге яҙманы 2022 йылдың 22 февралендә социаль селтәрҙә танытасаҡ.
Беренсе йомаҡты 14 февралдә көтөгөҙ.
Икенсе флешмоб «Моңло ла ул, бай ҙа...» тип атала. Ғаилә ижадына арналған флешмобта ата-әсә балалары менән ҡатнаша ала. Бының өсөн ғаиләнең музыкаль сығышын видеоға яҙҙырып Instagram йә «ВКонтакте» селтәрендәге сәхифәләрегеҙҙә #ФлешмобСемейногоТворчества #РЦНТРБУфа #МКРБ #РЦНТ рәсми хештегтары менән һалырға кәрәк.
Ғаилә флешмобы Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә 14 февралдән 21-нә тиклем үткәрелә.