Башҡортостанда — яңы антирекорд

Башҡортостанда тәүлек эсендә ковид-сирлеләр һаны буйынса яңы антирекорд теркәлгән — 2 999 кеше. Был хаҡта мәғүлмәтте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте килтерә.

Пандемия башланғандан алып республикала 154 меңдән ашыу яңы коронавируслы инфекция осрағы асыҡланған.

«Әле 322 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың яртыһынан күбе — 60 йәштән өлкәндәр. 31 сирле ауыр хәлдә, — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — 17,2 меңдән ашыу сирле өйөндә дауалана, 5,3 меңдән күберәге — оло йәштәге пациенттар. Тәүлек эсендә 2,9 мең самаһы кеше һауыҡҡан. 18 кеше вафат булған».