Башҡортостанға буран килә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы ҡар яуыуы һәм юлдарҙа күренеүсәнлек кәмеүе хаҡында иҫкәртте.

12 февралдә көндөҙ республиканың көньяҡ райондарында күп ҡар яуыуы, юлдарға көрт һалыуы, боҙлауыҡ булыуы, айырым участкаларҙа 500 метрҙан ары юл күренмәүе көтөлә.

Киләһе тәүлектә көндөң аяҙлы-болотло булыры фаразлана. Бер аҙ ҡар, көндөҙ көньяҡ райондарҙа көслө ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, көндөҙ республиканың көньяғында ҡар һырынтылары барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә. Һауа температураһы төндә -8,-13, аяҙытҡанда -17,-22, көндөҙ -3,-8 градус. Автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында 500 метрҙан артыҡ арауыҡ күренмәй.