Ошо хаҡта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Йәш янғын һүндереүселәр балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән балалар, башланғыс мәктәп уҡыусылары менән янғын хәүефһеҙлеге буйынса күнегеүҙәр үткәрҙе, ҡала һәм райондар халҡына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре баҫылған листовкалар таратты.
Акцияла 50-нән ашыу йәш янғын һүндереүсе дружинаһы ҡатнашты. Халыҡҡа 2 меңләп листовка һәм буклет таратылған. Иң әүҙем йәш янғыҙ һүндереүселәр Күмертау, Салауат, Сибай ҡалаларында һәм Белорет, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Шаран райондарында йәшәй.