Больничныйҙы ситтән тороп нисек яптырырға

Сирләп һауыҡҡас ауырығанлыҡ ҡағыҙын дистанцион тәртиптә алырға була. Поликлиникала оҙон сират тормайынса, хәҙер регистратураға шылтыратып йәиһә 122 системаһына мөрәжәғәт итеп, йә мәғлүмәттәрҙе онлайн тултырырға рөхсәт ителә.

Ауырығанлыҡ ҡағыҙын табипты өйгә саҡыртып йәиһә ыңғай күрһәткесле ПЦР тест һөҙөмтәһендә астырып була. Ул 7 көнгә бирелә. Ошо арала һауығыу тойолмаһа больничныйҙы оҙайтырға мөмкин. Бының өсөн табипты йәнә өйгә саҡыртырға йәиһә медицина учреждениеһына үҙеңә барырға тура киләсәк. Хәлегеҙҙе баһалап ауырығанлыҡ ҡағыҙын талап ителгәнсә оҙайталар.

Пациент менән табип-терапевт бәйләнешкә сыға. Сирле үҙе тураһында бар мәғлүмәтте — исем-шәрифен, СНИЛС, телефон номерын, сир башланған көндә күҙәтелгән хәлен белдерә. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын алыр өсөн сир тамамланған көн датаһы теркәлә.

Ауырығанлыҡ ҡағыҙын поликлиникаға бармайынса ғына сирләгәндән башлап тик ете көн үткәс яптырырға ярай. Уға тиклем ыңғай ПЦР-тест алынған икән, йәнә өс көн үтергә тейеш.

Ауырығанлыҡ ҡағыҙын ситтән тороп алыуға ҡағылышлы бар мәғлүмәтте Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында алырға мөмкин.