Сәбәбе – йәнәш торған, 1956 йылда төҙөлгән аркалы күперҙә көтөлгән төҙөкләндереү эштәре менән бәйле. Ремонт бында 1 марттан башлана, тип хәбәр иттеләр башҡала мэрияһынан.
Һыҙаттар буйынса хәрәкәт ойоштороу тураһында юл билдәләре ҡуйылған, иҫке юл һыҙыҡтары бөтөрөлгән. Яңы разметка уңайлы һауа торошо урынлашҡас һалынасаҡ. Бынан тыш Салауат Юлаев проспектынан аркалы күпергә сығыу юлы ябыҡ – ул бетон блоктар менән ҡамалған, аңлатыусы юл билдәләре эленгән. Күперҙе көнэлгәре ябыу автомобилселәрҙең яңы хәрәкәт шарттарына күнегеүен хәстәрләү маҡсатында башҡарыла.
«Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аркалы күперҙе 1 марттан ябыу менән 1991 йылда төҙөлгән күперҙә лә хәрәкәт үҙгәрә. Бында ҡаланан сығыу яғынан бер һыҙат һәм реверсив һыҙат ҡала. Мохтажлыҡтан сығып ул йә ҡаланан сығыу, йә ҡалаға инеү йүнәлешендә ҡулланыласаҡ. Шулай итеп, ике күперҙе лә иҫәпкә алғанда, хәрәкәттең 10 һыҙаты эшләйәсәк», — тип белдерҙеләр Өфө ҡала хакимиәтендә.