Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыу Ратмир Мәүлиевҡа йөкмәтелде

Башҡала хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыу Ратмир Мәүлиевҡа йөкмәтелде. Был ҡарар Өфө ҡала советының сираттан тыш ойошторолған һигеҙенсе ултырышында ҡабул ителде.

Депутаттар Сергей Грековтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы ҡарар өсөн тауыш бирҙе. Ул хәҙер Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеген республика Хөкүмәте вице-премьеры дәрәжәһендә етәкләйәсәк.

Сергей Греков, бер командала эшләү мөмкинлеге өсөн, Республика Башлығына һәм, ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн, Өфө халҡына рәхмәт белдерҙе. Пандемияға бәйле еңел түгел шарттарҙа башҡала үҫешен дауам итте, торлаҡ төҙөлөшө әүҙем бара, халыҡ вакцинация талаптарын үтәне. Быларҙың барыһы ла Сергей Греков һәм башҡала хакимиәте командаһы тырышлығына бәйле. Радий Хәбиров Өфө өсөн мөһим көндө киләсәктә оло юбилейын байрам итергә әҙерләнгән башҡала алдында торған бурыстарҙы билдәләп үтте. Ошо йәһәттән үҙен Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы вазифаһында йәш һәм дәртле етәксе итеп танытҡан Ратмир Мәүлиевҡа ҙур өмөттәр бағлана.