Ҡыҫҡартылған эш көндәре һәм өҫтәмә ялдар

Февраль һәм март айҙарында хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартылған эш көндәре һәм өҫтәмә ялдар көтә.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы киләһе ял һәм байрам көндәре тураһында хәтергә төшөрә. 23 февраль һәм 8 март эш көндәре түгел. Әммә быйыл улар шаршамбы һәм шишәмбегә тап килә.

«Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы биш көнлөк эш аҙнаһында 23 февраль, 6,7,8 март байрам уңайынан ял көндәре тип иғлан ителә. 22 февралдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Шәмбе, 5 мартта, шулай уҡ эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ була», — тип белдерҙеләр министерлыҡта.

Был ваҡытта йыллыҡ түләүле отпускыла булған хеҙмәткәрҙәр өсөн 23 февраль менән 8 март календарь көндәр иҫәбенә инмәй.