Ауырыусылар арта

Ауырыусылар арта

Башҡортостанда бер тәүлектә генә 3 мең 789 кешенең коронавирус йоҡтороуы асыҡланған. Стационарҙа 327 кеше дауалана. 23 пациент ауыр хәлдә ҡала. Бер тәүлектә генә 16 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әлегә вакцинаның беренсе компонентын алыусылар 2 миллион 419, тулыһынса тамамлаусылар 2 миллион 264 мең самаһы. Пандемия башланғандан алып 4 мең 946 кеше мәкерле сирҙән һәләк булған.