Башҡортостан дауаханаларҙа урындар һанын арттырыға мәжбүр

Башҡортостан дауаханаларҙа урындар һанын арттырыға мәжбүр

Республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә коронавирусҡа бәйле хәлдең үтә лә ҡатмарлы булыуын билдәләп санитар талаптарҙы теүәл үтәргә саҡырҙы. Радий Хәбиров әлегә сикләүҙәр үҙ көсөндә ҡала тине. Яңы эш аҙнаһы яңы үҙгәрештәрҙән башлана. Республикала ҙурлығы буйынса дүртенсе ҡала — Нефтекама хакимиәтендә яңы башлыҡ. Был урынға дүшәмбелә Эльдар Вәлидов тәғәйенләнде. Элекке мэр Ратмир Вәлиевҡа 14-се февралдән Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу бурыстары йөкмәтелде. Элекке мэр Сергей Греков Мәскәүгә күсә. Ул вице-премьер сифатында Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллегенә етәкселек итәсәк. Яңылыҡтар бының менән генә бөтмәй. Башҡортостан дауаханаларҙа урындар һанын арттырыға мәжбүр. Көнүҙәк хәбәр, әлбиттә, коронавирус. Республикала бер тәүлектә 4 меңгә яҡын кешелә КОВИД 19 сире барлығы асыҡланған. Сир ҡалаларҙан ауылдарға күсә. Коронавирус күҙәтеүгә алынған мәсьәлә. Белгестәр бөгөн ошо фекерҙә. Әммә, ауырыу таралыу арҡаһында, быйыл дә мәктәптәрҙә балалар өсөн йәйге ялды ойоштороу ҡатмарлыға тура киләсәк. Күп райондарҙағы лагерҙарҙың эшләмәүе мөмкин. Яҡшы хәбәрҙәрҙең береһе Баймаҡҡа бәйле. Райондың Урғаҙа биләмәһендә һыйыр малдарында табылған нодуляр дерматит сиренә бәйле карантин ғәмәлдән сығарылды. Ауырыуҙаң сит төбәктән үтеп инеүе ихтимал. Тимәк, ауырыуға ла кешеләргә хас булған миграция күренеше сит түгел. Әйткәндәй, дүшәмбе кәңәшмәһендә миграция тураһында айырым мәсьәлә күтәрелде. Башҡортостанда бөгөнгә 4 миллион 1 мең 52 кеше иҫәпләнә. Уҙған ике йылда төбәктән китеүселәр кәмеп, килеүселәр артҡан. Был ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүе. Миграция, тәү сиратта, иҡтисад индикаторы, дөрөҫөрәге уның тын алышын билдәләүсе фактор. Республика башлығы социаль ведомствоның сәйәсәтен ыңғай баһалаһа ла, етешһеҙлектәр юҡ түгел. Радий Хәбиров төп бурыстарҙы билдәләй. Урам рекламаһы менән күптәр таныш булһа ла, был йүнәлештә йәшерен бизнес табышы миллиондар һум менән иҫәпләнә. Радий Хәбиров, мәҫәлән, Өфө – Аэропорт трассаһындағы иғлан таҡталарын үҙгәртеү кәрәклеген белдерә. Дүшәмбеләгә кәңәшмәлә Башҡортостандың административ комиссиялары эшенә лә баһа бирелде. Республикала хәҙер музейҙар һаны ла артасаҡ. Уларҙың береһе Федор Шаляпинға арналһа, икенсеһе “Онотолған исемдәр”гә бәйле. Ә төбәк иһә әлегә он-лайн режимда йәшәйәсәк. Кәңәшмәләр, осрашыуҙар тик интернет даирәлә генә алып барыла.