Йыл һайын 15 февралдә Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календарына индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә. 33 йыл элек һалдаттар һәм офицерҙар үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән үтәп тыуған еренә әйләнеп ҡайтты. Афғанстанда совет ғәскәрҙәре составында Башҡортостандан 9,5 меңдән ашыу кеше һуғышған, уларҙың күпселеге орден һәм миҙалдар менән наградланған. Башҡортостандан 340-тан ашыу яугир-интернационалист яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған. Дөйөм алғанда, Афғанстанда беҙҙең ил 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицерын юғалтҡан. 2010 йылда иҫтәлекле көн «Хәрби бурысын сит яҡтарҙа үтәгән рәсәйлеләрҙе иҫкә алыу көнө» раҫлана.
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла