Көндәлегендәге тәүге яҙмалары ниҙәргә арнала? Был турала Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала асылған күргәҙмәләге экспонаттар аша белергә була. Күргәҙмә шағирҙың тыуған көнөндә асылды. Беҙҙең ижади төркөм әҙиптең 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында урынлашҡан бюстына сәскә һалыуҙа ла ҡатнашты. Рәми Ғариповты иҫкә алып тыуған көнөндә уның бюстына сәскә һалырға 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына халыҡ йыйылды. Донъя менән бик иртә хушлашһа ла, шағирҙың әҙәби мираҫы тос булыуы менән билдәле. Уның әҫәрҙәре тәрән мәғәнәгә эйә. Олпатланған һайын шиғырҙарын бөтөнләй башҡаса ҡабул итә башлайым, тип уртаҡлашты улы Азамат Ғарипов. Рәми Ғарипов 45 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Ошо ҡыҫҡа арауыҡ эсендә уның бик күп әҫәрҙәре донъя күрә. Тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап уларҙы яңынан баҫтырарырға әҙерләнәләр.Милли китапханала асылған күргәҙмәгә әлегә бер кем дә күрмәгән ғаилә архивы сығарылды. Унда шағирҙың мәктәп йылдарында яҙған тәүге шиғырҙары ла бар. балалары ғәҙел, намыҫлы, тура һүҙле һәм уҡымышлы итеп иҫендә һаҡлай. Ғәрәп, фарсы телдәрен өйрәнә ул. Рус, сит ил әҙәбиәтен яҡшы белә. Күренекле һәм алдынғы ҡарашлы шәхестәр менән аралаша. Быйыл Рәми Ғарипов менән бәйле тағы ла бер мөһим ваҡиға көтөлә. Булат Йосоповтың “Шағир көндәлеге” фильмы прокатҡа сығасаҡ. Фильм кадрҙары аша тамашасылар шағир тормошо менән бәйле яңы мәғлүмәттәр асыр. Шиғриәт һөйөүселәр тағы ла бер уңышлы проекттарҙың береһе - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары башҡарыуында “Февраль.Буран...” спектакле аша әҙиптең әҫәрҙәренә сума. Шағирҙың тыуған көнөндә интернет даирәһе уның шиғырын һөйләүселәрҙең видеояҙмаларына күмелде. Башҡортостан халҡы, етәкселәр, сәхнә һәм сәнғәт әһелдәре Рәми Ғариповтың әҫәрҙәрен төрлө телдәрҙә башҡарҙы. Бик күптәр Рәми Ғарипов ижадында үҙ күңеленә ауаздаш шиғыр юлдарын таба һәм хис-тойғоларын тап шул һүҙҙәр аша еткерә алыуы менән бәхетле. Мин дә бәхетле- минең дә яратҡан шиғырым бар.
Рәми Ғарипов 12 йәшендә ниндәй шиғырҙар яҙған?
Рәми Ғарипов 12 йәшендә ниндәй шиғырҙар яҙған?