Рәхмәт, әсәй!”

Рәхмәт, әсәй!”

Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радио тапшырыуҙар компанияһы иғлан иткән “Рәхмәт, әсәй!” конкурсына республиканың төрлө район-ҡалаларынан видеяҙмалар килә башланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, теләгән һәр кем әсәһе тураһында видео төшөрөп, “Ҡарағай” шифаханаһына юллама ота ала. Был 8 март-Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан ойошторолған конкурсҡа тамашасыбыҙ ебәргән видеояҙманың береһе. Видеола Мәсетле районы Юныс ауылында йәшәгән Нәйлә Лотфуллина тураһында бәйән ителә. Беҙҙең телекомпания иғлан иткән “Рәхмәт, әсәй!” конкурсына республиканың төрлө райондарынан видеояҙмалар килә. Конкурстың шарттары ябай: әсәйегеҙ тураһында ролик төшөрөп, беҙгә ебәрергә генә кәрәк. Видеола ғәзиз кешегеҙҙең үҙенсәлектәре, нимә менән шөғөлләнеүе, нисә бала тәрбиәләүе тураһында һөйләй алаһығыҙ. Иң мөһиме: видеоны горизонталь рәүештә төшөрөргә кәрәк, уның оҙонлоғо бер минуттан да артырға тейеш түгел. Фотоһүрәттәргә йыр һалып эшләнгән видео ҡабул ителмәй. Иң яҡшыһы, тип табылған ролик авторының әсәһенә “Ҡарағай” шифаханаһы юллама бүләк итә. “Ҡарағай” шифаханаһы Башҡортостан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр араһында ла киң билдәле. Шифахана йылдан-йыл үҙгәрә, ти ҡарағай урманының дауаһын, минераль һыуҙар шифаһын, табиптар ҡулының йомшаҡлығын белгән ял итеүселәр. Әйткәндәй шифаханаға ике юллама уйнатыла. Башҡортостан 24 каналында рус телендә барған “Доброе утро, Уфа!” һәм “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуына 8-927-304-50-05 һәм 8-937-353-57-70 телефон һандарына ебәрелгән видеолар һайлап алынасаҡ. Тап һеҙҙең ғәзиз кешегеҙгә юллама эләкһен тип хыялланһағыҙ, беҙҙең конкурста ҡатнашырға өлгөрөгөҙ. “Рәхмәт, әсәй!” конкурсына ғәзиз кешеләр тураһындағы ижади эштәр 4 мартҡа тиклем ҡабул ителә. “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында еңеүселәр билдәләнәсәк. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте гтрк.тв сайтында ҡарарға мөмкин.