Илдә медицина полистары бөтөрөлөүе ихтимал

Тулыраҡ: Илдә медицина полистары бөтөрөлөүе ихтимал

Федерация советы ағзалары Мотлаҡ медицина страховкалау фондын ябырға саҡыра һәм медицина өлкәһен тура бюджеттан финансларға тәҡдим итә. Эксперттар билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта халыҡ араһында ялыуҙар күбәйә. Кешеләргә түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтмәйҙәр, йәки бер нисә ай көтөргә тура килә. Дауаханалар етерлек аҡса булмауға һылтанып пациенттарҙы түләүле медицина хеҙмәттәре алырға күндерәләр. Шуға халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ күбәйә. Сенаторҙар һаулыҡ һаҡлау тармағына аҡсаны туранан бюджеттан күсерергә, ә Мотлаҡ медицина страховкалау фонды кеүек аралашсы огранды юҡ итергә кәрәк, тип иҫәпләй.