Финалда Рәсәй уҙышсылары Норвегия спортсыларынан ғына ҡалышты. Американдар, Нидерланды командаһын уҙып китеп, бронза миҙал алды.
Шулай итеп, Рәсәйҙең конькиҙа йүгереү спорты буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһы Пекиндағы Олимпия уйындарында эҙәрлекләү уҙышында көмөш призер булды.
34 йәшлек Руслан Захаров 2014 йылда Сочиҙа үткән Олимпиадала шорт-тректа Башҡортостан өсөн сығыш яһап, эстафетала алтын миҙал яулағайны. Ләкин шорт-трексы карьераһы артабан үҫмәне, Руслан Захаров конькиҙа йүгереү спортына күсергә хәл итте.
Яҡташыбыҙ олимпия уйындарында конькиҙа уҙышыу буйынса ике төрлө дисциплинала миҙалдар яуғалан илдең беренсе спортсыһы булараҡ тарихҡа инде.