СOVID-19-ға ҡаршы танауға тамыҙыр вакцинаны һынау башланды

«Генериум» компанияһы Мәскәүҙә COVID-19-ға ҡаршы назаль, йәғни, танауға тамыҙыр вакцинаға һынау үткәрә башланы. Был хаҡта башҡала мэрының сайтында хәбәр ителә.

Клиника тикшеренеүҙәре Мәскәүҙең алты поликлиникаһында башланған.

«Бөгөн башҡаланың алты поликлиникаһы нигеҙендә беҙ «Генериум» компанияһы эшләп сығарған назаль вакцинаға клиника һынауҙарын башланыҡ», — тип белдерҙе башҡала мэры урынбаҫары Анастасия Ракова.

Һынауҙарҙа барыһы 660 кеше ҡатнаша, шуларҙың 400-гә яҡыны Мәскәү медицина учреждениеларында, ҡалғандары Рәсәйҙәге 11 үҙәктә ойошторолған тикшеренеүҙәргә йәлеп ителгән.

Составындағы матдәләр буйынса вакцина «Спутник V» вакцинаһы менән бер иш.

Ракова билдәләүенсә әлегә тиклем Мәскәү поликлиникалары нигеҙендә Эпидемиология һәм микробиология тикшеренеүҙәренең Н.Ф. Гамалея исемендәге милли үҙәге етештергән назаль вакцина һынала башлағайны.

Элек хәбәр ителеүенсә, «Вектор» ғилми үҙәге менән «ЭпиВакКорона-Н» вакциналарын 60 йәштән өлкән кешеләрҙә һынау февралдә башлана һәм 42 көн дауам итә.