Башҡортостанда сирлеләрҙең 94 проценты COVID-19-ҙы еңел үткәрә

Ошо хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте. Хөкүмәт вице-премьеры белдереүенсә, 15 февралгә төбәктә коронавируслы инфекция эләктергән 168 662 кеше теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 3 954 яңы осраҡ асыҡланған.

- Шул уҡ ваҡытта, — тине Максим Забелин, — пациенттарҙың күбеһе амбулатор дауаланыу шарттарында. Иҫәп күрһәткестәре буйынса был — сирлеләрҙең 94 проценты. 25 778 кеше сирҙе еңел үткәрә. Стационарҙарҙа әле 336 сирле дауалана, уларҙың 207-һе 60 йәштән өлкән. Яһалма һулыш биреү аппаратына мохтаждар юҡ. Максим Забелин: «Әүҙем диагностика дауам итә», — тип белдерҙе.

«32 лаборатория тәүлек әйләнәһенә, тиерлек, эшләй. Үткән тәүлектә 20 меңгә яҡын тест эшкәртелгән. Вакциналау әүҙем бара. Бының өсөн аҡыл менән эш иткән граждандарға рәхмәт», — тине Максим Забелин.

Вакцинаның беренсе компонентын 2 423 194 (вакциналауға тәғәйен кешеләрҙең 97,5%) ҡаҙатҡан. Тулыһынса вакциналауҙы — 2 271 089 кеше (91,4%) үткән. 341 236 кеше ревакцинация үткән.

Максим Забелин белдереүенсә, 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар араһында вакцина яһатҡандар һаны 2 880.