«Әлегә тиклемге пневмониялар һаны хәҙер күҙәтелмәй. Улар коронавируслы инфекцияның дельта штамы аҙғанда айырыуса күп ине. Шуға бөгөн сирлеләрҙе дауаханаға һалыу осраҡтары ла 5-7 процент ҡына. Бында вакцинация күләме лә ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки кешеләрҙең иммунитеты ныҡ, ныҡлы иммунитет вирус менән һөҙөмтәле көрәшергә булышлыҡ итә. Тиҙерәк һәм маҡсатҡа ярашлы», — тип белдерҙе Максим Забелин.
Министр фекеренсә, «омикрон» дөйөм алғанда еңелерәк кисерелһә лә һирәк осраҡта вирус эҙемтәләре ҡала.
«Әлеге ваҡытта беҙ «омикрон» штамын дауалауҙа тәжрибә туплайбыҙ. Сир йоҡторғандар һаны ҙур. Сит илдә, башҡа төбәктәрҙә хеҙмәттәштәр туплаған тәжрибәне лә иҫәпкә алабыҙ. Тәү сиратта эҙемтәләр йоғошло булмаған сирҙәр ҡатмарлашыуы, бактериаль флора ҡушылыуы менән бәйле», — тип аңлатты Максим Забелин.