Өфөлә ирекмәндәр табиптарға « Омикрон » менән көрәштә ярҙам итә

Өфөлә ирекмәндәр табиптарға « Омикрон » менән көрәштә ярҙам итә

Берәүҙәре коронавирусҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә оператор, икенселәре поликлиникаларҙа, кемдер тиҙ ярҙам хеҙмәте табиптары менән бер рәттән пациенттың өйөнә барып ярҙам күрһәтә. Ковид-19-ҙың яңы штаммы тиҙ йоға, әммә сирҙе кеше еңелерәк үткәрә. Шуға ла коронавирустың бишенсе тулҡыны тап поликлиникалар иңенә ауҙы. Шулай уҡ ярҙамға эксперттар ҙа йәлеп ителгән. Килеп тыуған һорауҙарға тиҙ яуап табыу ғына түгел, дауаханалар эшен ойоштороуҙа өҫтәлмә мәғлүмәт, идеялар ҙа тыуа, ти ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә ваҡытлыса баш табип вазифаһын үтәүсе Фәнил Шәмиғолов.