Ғинуар башына йылылыҡ өсөн килгән квитанциялар халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Өфө ваҡыты тапшырыуына шылтыратыусылар үҙҙәренең ҡәнәғәтһеҙлектәре менән бүлеште. Хаҡтар төрлө. Берәүҙәрҙең декабрь айы менән сағыштырмаса йылылыҡ өсөн хаҡтар 1 меңгә, икенселәрҙең 700-гә, хатта 2 мең һумға тиклем артып килгән. Өфө ҡалаһының Аксаков урамында йәшәүсе Екатерина Еремина ғинуар айында 1 мең һумға артыҡ түләгән. Ғәҙел түгел, әммә киренән иҫәпләп сығарыу ҙа ыңғай һөҙөмтәләргә килтермәйсәк, тигән фекерҙә ҡатын. Фатирҙа тәҙрәләрҙе асып елләтерлек эҫе лә, ул тиклем һалҡын да түгел, йәшәү өсөн уңайлы, ти Екатерина Еремина. Ә квитанцияла түләү күҙгә күренеп артҡан. Ғинуарҙа майҙаны 60 квадрат метр фатирға 6 мең 700 һум түләү килгән, шуның 4 мең 324 һумы йылылыҡ өсөн, үткән ай менән сағыштырғанда 1 мең һумға артыҡ. Теүәл бер йыл элек Екатерина Еремина ошондай уҡ хәл менән осрашҡас киренән иҫәпләтеү өсөн йылылыҡ селтәренә мөрәжәғәт итә. Бары тик 150 һум кире ҡайтарыла. Екатерина Еремина был юлы ла кире иҫәпләп сығарыуҙың һөҙөмтәһе булмаясаҡ, тигән фекерҙә.Тышта ни тиклем һыуыҡ, шул тиклем йылы артыҡ ҡулланыла, тип аңлаталар БашРТС та.Йылы таратыу селтәре ойошмаһына сират ҙур һәм шылтыратып та яуап бирмәйҙәр, тигән зарланыуҙарҙы йыш ишетергә тура килә. Хеҙмәткәрҙәр халыҡ менән аралашыу өсөн төрлө ысулдар тәҡдим итә. Черниковка биҫтәһендәге БашРТС бүлексәһе. Клиенттарҙы ҡабул итеү үҙәгенә телефон аша яҙылырға мөмкин һәм шулай уҡ йәнле сират өсөн дә тәҙрә бар.БашРТСтың төп бинаһында сират юҡ. Хеҙмәткәрҙәр иртәнге сәғәт туғыҙынсы яртынан эшләй. Әле сәғәт 10. Күреүебеҙсә бер генә кеше ултыра.Ә бына Өфөнөң күп ҡатлы 24 йортонда йәшәүселәр йылылыҡ өсөн артыҡ түләнгән аҡсаны кире ҡайтарыуға өлгәшә ала. Ошо йәһәттән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына закондар сығарыу инициативаһы менән сыға. Проект ғәмәлгә ашҡан осраҡта ресурс менән тәъмин итеүсе ойошмалар һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар операторҙары халыҡҡа өҫтәп иҫәпләнгән сумма өсөн яуапҡа тарттырыласаҡ. Екатерина Еремина кеүек ғәҙелһеҙлеккә күҙ йомоп ҡына ҡалырға түгел. Ә ҙур түләү менән килгән квитанцияларҙы алып, йылы таратыу селтәренә барып кире иҫәпләтеүгә ғариза яҙыу кәрәк буласаҡ.
Алтынға бәрәбәр йылылыҡ
Алтынға бәрәбәр йылылыҡ