Хәҙер водителдәр Галле округынан Пархоменко урамына борола алмай. Урында яңы билдәләр ҡуйылды. Водителдәрҙең ҡарашы ниндәй? Затон ҡулсаһында һәр ваҡыт тығын барлыҡҡа килеүе һәр водителгә билдәле. Күптәр өсөн тап был юлдан йөрөүе уңайһыҙ: күп ваҡыт сарыф ителә, етмәһә, авариялар һаны бихисап. Шуға ла быйыл юл хәрәкәтендә үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер автоһәүәҫкәрҙәр Галле округынан Затон ҡулсаһына төшкәндә Пархоменко урамына һул яҡҡа борола алмай. Затон ҡулсаһында һуңғы ике йылда ғына авария арҡаһында тән йәрәхәттәре алыусылар ҙа күбәйгән. Шуға ла ҡулсаның бер яғын бикләү-мәжбүри сара, тип белдерҙеләр Өфө мэрияһынан. Водительдәр, юл хәрәкәтендәге бындай үҙгәрештәргә төрлөсә ҡарай. Шулай ҙа күбеһе яңы билдәләр ҡуйылыуҙы хуплай.Водителдәр Пархоменко урамына Затон һәм Алексеевка шоссеһы аша күтәрелә аласаҡ. Тик бының өсөн бер нисә саҡрым үтергә кәрәк.Ҡала хакимиәте менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, юлдағы бындай үҙгәрештәр тикшереү маҡсаты менән ойошторолған. Әгәр ҙә Затон ҡулсаһында авариялар һаны кәмеһә, билдәләр тороп ҡаласаҡ. Анализ өсөн бер ай ваҡыт бирелгән.
Затон ҡулсаһында үҙгәрештәр
Затон ҡулсаһында үҙгәрештәр