Урман-яландарҙа бүреләр һунарға сыға. Тәрән көрт эсендә тороп ҡалған аттар күп осраҡта йыртҡыс ҡорбанына әйләнә. Фермерҙар иһә һуңғы йылдарҙа республика урмандарында бүреләр һаны артыуы тураһында белдерә. Улар йыртҡыстар менән нисек көрәшә? Интернет киңлектәрендә таралған был видеояҙманы Иглин районындағы фермерҙарҙың береһе төшөрөп алған. Ҡарҙың күп яуыуы тибендә йөрөгән аттар өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Ҡайһы бер осраҡта йылҡы малы йыртҡыстар ҡорбанына әйләнеүе ихтимал. Иглин районындағы Иҙиәтуллиндар хужалығында ғына әле мең ярымдан ашыу башҡорт тоҡомло ат иҫәпләнә. Ғәҙәттәгесә, йылҡы малы ҡыш буйына тибенлектә йөрөй, ти фермерҙар. Башҡорт аттары һыбай йөрөүгә лә, егеп йөк ташыу өсөн дә уңайлы мал итеп тәрбиәләнгән. Улар хужаһының талаптарына тиҙ өйрәнә һәм тыңлаусан була. Уларҙың тағы ла бер үҙенсәлеге бар. Был тоҡом бирек ат. Тап шуның өсөн Башҡорт аты ҡыш буйына өйөр менән тибендә йөрөй ала. Тибендә йөрөгән аттарҙың өйөр башлығы булыуға ҡарамаҫтан, уларға йыш ҡына бүреләр һөжүм итеү осраҡтары теркәлә. Тап ошондай бәләнән һаҡланып ҡалыу өсөн һунарсылар йә фермерҙар үҙҙәре һунарға сығырға мәжбүр.Был инә бүрене алыу өсөн Сәғитйән Иҙиәтуллинға ҡаргиҙәрҙә 160 саҡырымдан ашыу юл үтергә тура килә. Бүре тәбиғәте менән аҡыллы хайуан. Уның торошона һәм хәрәкәтенә ҡарап, йыртҡыстарҙың кәйефен, эмоциональ хәлен, характерын һәм үҙҙәренең өйөрөндәге урынын билдәләргә мөмкин. Иң мөһиме йөрөгән ереңде үҙеңдең биш бармағың кеүек белер кәрәк, ти егет. Сөнки Бүрегә һунар уйын эш түгел. Сәғитйән һүҙҙәренсә, бүрегә һунар итеү ҡиммәткә төшә. Бынан тыш, илдә атып алынған йыртҡыс өсөн бер ниндәй ҙә дәртләндереү сараһы ҡаралмаған. Шулай ҙа тибенлектә йөрөгән йылҡы һанын һаҡлап ҡалыу өсөн күп осраҡта фермерҙар был эште үҙ ҡулына ала. Иҙиәтуллиндар хужалығы республикала ғына түгел, илебеҙҙә лә иң күп йылҡы үрсетеүселәрҙең береһе. Шулай уҡ эре мөгөҙлө мал, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрай.Ҡырыҫ Урал тәбиғәтенә яраҡлаштырып формалаштырылған мал булараҡ, башҡорт аты бик сыҙамлы, көслө тоҡом, ти фермер. Киләсәктә ул тағы ла йылҡы малы һанын арттырға уйлай.
Ҡар “тотҡононда” ҡалған мал
Ҡар “тотҡононда” ҡалған мал