Билдәле композитор, баянсы Илшат Яхин ваҡытынан алда арабыҙҙан китте

Билдәле композитор, баянсы Илшат Яхин ваҡытынан алда арабыҙҙан китте.

Уға 48 йәш ине. Илшат Ғәббәс улы 1973 йылда Учалы районында тыуған. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының баян класы буйынса халыҡ бүлегендә уҡый. 1992 йылда баян класы буйынса Өфөдәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Студент йылдарында ул Сибай филармонияһында халыҡ музыка ҡоралдары оркестры етәксеһе булып эш башлай. Төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. “Ҡарауан-Һарай” фольклор-эстрада төркөмөндә аккомпаниатор-концертмейстер булып эшләгәндән һуң уны Башҡорт дәүләт филармонияһына музыкаль бүлек мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Илшат Яхин республиканың күп театрҙары менән хеҙмәттәшлек итә. Шулай итеп, театр режиссерҙары менән эш уны театрға алып килә. Илшат Ғәббәс улы республика әһәмиәтендәге сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәүсе. “Ете ҡыҙ” йырлаусы фонтанға ла музыканы ул яҙа. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Илшат Яхиндың һуңғы эш урыны. Ул бик күп спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәй. Хатта кино сәнғәтендә лә үҙен һынап ҡарай. Илшат Яхиндың ике балаһы етем ҡалды.