Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо хаҡта иғлан итте. Башҡортостанды Техас менән сағыштырырға мәжбүр иткән был тармаҡта нимә үҙгәрҙе, нисек эшләй, нимә буласағын алдағы ярты сәғәттә барларбыҙ.
Йәмәғәт транспорты Башҡортостан, бигерәк тә Өфө ҡалаһы өсөн күптәнге проблемаларҙың береһе. Заманында шәхси эшҡыуарҙар маршрут өсөн ҡулдарына ҡорал алып кемдең кем икәнен асыҡлап йөрөгән саҡтарын, водителдәрҙең юлда авариялы хәл тыуҙырып бер-береһен ҡыҫырыҡлауын яҡшы хәтерләйбеҙ. Өфө иҫке-моҫҡо, ҡойолоп төшөп барған автобустар ҡалаһына әйләнә барған саҡтарҙы ла беләбеҙ, беҙ был дәүер шаһиты булдыҡ. Йәмәғәт транспорты хужаларының ҡаҙнаға һалым түләмәүе, криминаль схемалар менән файҙаланыуы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
Реформа башланғаны бирле ябай пассажир өсөн бер төп үҙгәреш булды – иҫке, һыуыҡ, төтөн еҫе менән тулған кәритәләр яңы, заманса автобустар менән алышынды. Ә бына туҡталышта ҡайһы саҡ сәғәттәр буйы транспорт көтөү әле булһа ғәҙәти күренеш. Тимәк реформаға йомғаҡ яһап, ура ҡысҡырырға иртә.
Был тармаҡта тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһы эфирында барған «Иҡтисади Башҡортостан» тапшырыуы ошо хаҡта булды. Әңгәмәлә Башҡортостандың пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу үҙәгенән бүлек етәксеһе Илнур Лоҡманов ҡатнашты.