Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы сүплек яна башлаған

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы сүплек яна башлаған

Шаһиттар бына ошо видеоны социаль селтәргә һалған. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сәнәғәт зонаһында, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында сүпкә ут тоҡанған. Ут 100 квадрат метрҙы ялмап алған. Зарарлы төтөн ҡала яғына тарала тип хәбәр итә шаһиттар.