Бындай ойошмалар план буйынса эшләп өйрәнгән. Ваҡытында сараһын күргәндә, әлбиттә, бындай хәл булмаҫ ине. Әммә булған пландан бер аҙым да тайпылырға ярамай, күрәһең. Ошо сәбәпле хәҙер ҡалала йөрөрләк түгел. Серәкәйҙәр һырып ала. Бигерәк тә йылға-күл буйҙарында, парктар эргәһендә урынлашҡан йорт хужалары зыян күрә. Уңайһыҙ шарттарға зарланған кешеләрҙе бөжәктәрҙе ҡасан ағыулау эштәре башланыры ҡыҙыҡһындыра. Дезинфекция иһә 17-се майҙа уҡ башланған. Урман түгел, ҡала паркы булыуына ҡарамаҫтан бында серәкәйҙәр кешегә күсе менән тиерлек ябырыла. Бөжәктәрҙән ҡотолоу сараларының файҙаһы самалы. Шуға паркка килергә баҙнат иткәндәр ҙә һирәк.Халыҡ күпләп ял итер урындарҙы урап үтергә лә мөмкин, ә балалар баҡсаһына көн тәртибендәге саф һауалағы уйындарҙан баш тартырға ярамай. Тәрбиәселәр бәләкәстәрҙе серәкәй тешләмәһен өсөн бар билдәле ысулдарҙы ҡуллана. Эскерһеҙ балалар ҡанэскес бөжәктәрҙең зыянын күҙ алдына килтермәй, ҡайһылары тешләнгәдәрен һиҙмәй ҙә уйнай бирә.Кем кемде ашары билдәһеҙ. Балалар поликлиникаһында серәкәйҙән таланып тәндәре шешенеп бөткән бәләкәстәр етерлек. Бала тәне наҙлы, тиреһе йомшаҡ, серәкәй тешләгән ерҙә шунда уҡ тап ҡала, ул ҡысыта, ярһый. Бөжәк ҡаҙауының хатта аллергия ҡуҙғытыуы бар. Табиптар фекеренсә, баланы серәкәй һөжүменән ҡурсалау ата-әсәнең етди бурысы. Йорт-баҡсалары һыу ятҡылыҡтары буйында урынлашҡандар өсөн иҫкәртеү саралары ла, дауа ысулдары ла бушҡа ғына. Улар серәкәйгә кәртә түгел. Татьяна Углова өй ишегенә, тәҙрәләргә ябылған селтәрҙәрҙе күрһәтеүҙән серәкәй талаған аяҡ-ҡулдарына күсә. Йорт менән ихатала кешегә лә, малға ла ҡотолоу әмәле юҡ, тип зарлана кооператив ялан халҡы.Республика дезинфекция үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, яҙын һыу баҫҡан урындарҙы серәкәйҙәрҙән ағыулау ҡаралмаған. Өфө биләмәһендәге аҡмаҫ һыу ятҡылыҡтарында ҡарышлауыҡтар юҡ ителә, ә халыҡ күмәкләп ял иткән урындарҙа ҡанатлы ҡанэскес бөжәктәр менән көрәш алып барыла. Дезинфекция эшенең үҙ ваҡыты бар.Бөгөн бәжәктәр менән көрәш алып барған белгестәр башҡала һыу ятҡылыҡтарында дезинфекция эштәрен тамамлап, иртәгәнән парктар һәм скверҙарға күсә. Серәкәйҙәрҙе шәхси биләмәһендә юҡ итергә теләгәндәрҙең бөжәктәрҙән ҡотолоу әмәлен үҙе күреүе хәйерле.
Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы йәшәйеште тәьмин итеү ойошмаларының ҡалаға яу булып ябырылған серәкәйҙәргә ҡаршы тора алмауын танырға мәжбүр.
Тулыраҡ: Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы йәшәйеште тәьмин итеү ойошмаларының ҡалаға яу булып ябырылған серәкәйҙәргә ҡаршы тора алмауын танырға мәжбүр.