Ошо ваҡытҡа тиклем барлыҡ ҡомлоҡтар әҙер булырға тейеш. Өфө ҡалаһы буйынса граждандар һағы идаралығынан белдереүҙәренсә, быйыл һыу буйында ял өсөн яңы зоналар булдырылмай, шулай ҙа булғандарын яҡшы итеп ойошторорға планлаштырыла. Ошо көндәрҙә бөтә ҡомлоҡтарҙа ла дезинфекция үткәрелә. Ә һыу инеү миҙгеле асылыуға бер аҙна алдан барлыҡ урындарҙы махсус комиссия тикшерә. Әйткәндәй, 1 июндән лицензия алған һәр һыу инеү урынында ҡотҡарыусылар дежур итәсәк.
Өфөлә һыу инеү миҙгеле 1 июндән рәсми асыла.
Тулыраҡ: Өфөлә һыу инеү миҙгеле 1 июндән рәсми асыла.