Бөтә Рәсәй Дәүләт телерадокомпанияһының 17 төбәк филилы, шулай уҡ Монголяның 40-тан ашыу киң мәғлүмәт сараһы вәкилдәре илдәр араһындағы мәғлүмәт даирәһен киңәйтеү буйынса ҡыҙыу әңгәмә алып барҙы. Журналистар сәфәр барышында илдең сәйәси, иҡтисади, мәҙәни тормошо менән дә яҡындан танышты.Монголия донъялағы иң континенталь илдәрҙең береһе, уның биләмәһендә мәңгелек боҙлоҡтар ҙа, сүллектәр ҙә бар. Тап был илдә киң билдәле Гобби сүллеге, шулай уҡ, ер шарындағы иң таҙа күл, Хөбсөгөл урынлашҡан.Рәсәй менән сиктәш Сэлэнгэ аймағындағы Амарбаягсалант монастырын күрергә туристар бөтә ер шарынан тиерлек килә. Был уникаль тарихи ҡоролма 1726 йылда бер ҡаҙаҡһыҙ төҙөлгән. Монастырға 1990 йылда реставрация эшләнгән.Уның бар нәмәһе яңартылған. Әммә төп дүрт бағана 300 йылға яҡын ултыра. Әйткәндәй, реставрацияла Рәсәй белгестәре лә ҡатнашҡан. Беҙҙең илдән 140 километр алыҫлыҡта ғына ятҡан Эрдэнэт ҡалаһының барлыҡҡа килеүе лә Рәсәйгә бәйле. Ул тулыһынса совет белгестәре ярҙамында төҙөлән. Ике ил араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙе “Дуҫлыҡ” монументы кәүҙәләндерә. Ҡалаға нигеҙ һалыусы тау комбинаты ла беҙҙең илдәрҙең иң уңышлы дөйөм проекттарҙың береһе. Баҡыр-молибден етештереү буйынса донъя баҙарында тәүге урындарҙа килгән Эрденет заводында хатта Башҡортостандан да хеҙмәткәрҙәр эшләй. Монголияны донъя баҙарында танытҡан келәмдәр туҡыу фабрикаһында Рәсәй һәм башҡа илдәрҙең ҡоролмалары ҡулланыла.Башҡорттарҙың боронғо балаҫ һуғыу кәсебе Эрденетта эле лә әһәмиәтен юғалтмаған. Тик бында бөтәһе лә автоматлаштырылған. Мәҫәлән, был ҡоролма бер эш көнөндә 400 метрға тиклем балаҫ һуға. Ә дөйөм алғанда, был ойошма 35 йыл эсендә 23 миллиондан ашыу келәм продукцияһы етештергән. Әле Монголяла туристик миҙгел башланып ҡына тора һәм октябрь аҙағына тиклем дауам итә. Эрденетта ҡырҡа континенталь климат өҫтөнлөк итә. Шуға ла урындағы халыҡ йәйҙә лә бер көн эсендә ямғырҙы ла, ҡарҙы ла, ҡояшты ла күреп күнеккән. Ә инде килгән туристарҙы бындай һауа торошо аптырауға һала. Монгол-Рәсәй журналистарының тәүге форумы илдәр араһында һуңғы 20 йыл эсендә туҡталып торған хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереп ебәрер һәм Монголияға ҡарата беҙҙең илдең ҡыҙыҡһыуныуы артыр, тигән өмөттәр уятты. Был илде бер күргән кеше, мотлаҡ, ҡабаттан киләсәк ти, урындағы халыҡ. Ысынлап та, Бөтә Рәсәй Дәүләт телерадокомпанияһы вәкилдәренең тәьҫораттары был фекерҙең дөрөҫлөгөн иҫбатлай.Моголия үҫеш дәүерен кисерә һәм Рәсәй менән мөнәсәбәтен яҡынайтыуға пландар ҡора. Ошо йәһәттән, мәғлүмәт даирәһендәге хеҙмәттәшлек илдәр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыуға этәргес көс бирә.
Беҙҙең хәбәрселәр Монгол-Рәсәй журналистарының тәүге форумында булып ҡайтты
Тулыраҡ: Беҙҙең хәбәрселәр Монгол-Рәсәй журналистарының тәүге форумында булып ҡайтты