Өфөләге 24-се мәктәптә ашығыс эвакуация

21 февраль иртәһендә Өфөләге Кирбес заводы урамында урынлашлашҡан 24-се мәктәптән уҡыусылар һәм бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе ашығыс рәүештә урамға сығарырға тура килгән.

Бина эргәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтың Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәт вәкилдәре йыйылды.

Аҙаҡтан билдәле булыуынса, уҡыу йортонда янғын һүндереү сигнализацияһы яңылыш баҫылған.

Әле мәктәп ғәҙәти режимда эшләй.