«Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит»

15-21 февралдә Башҡортостанда Туған тел көнөнә арналған «Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит» тигән акция ойошторолдо. Акцияның девизы — Рәми Ғариповтың «Китап бүләк итеү ҙә бит — бәхет / Китап ҡәҙерен белгән кешегә» тигән шиғыр юлдары.

Сараның маҡсаты – ватандаштарҙы туған телдә китап уҡыуҙа ҡыҙыҡһындырыу, баҫылып сыҡҡан китаптарҙы киң танытыу, китапҡа яуаплы ҡараш һәм ихтирам тәрбиәләү.

Акцияла ҡатнашыусылар бер-береһенә туған телдә нәшер ителгән яратҡан китаптарын бүләк итергә тейеш.

Сара социаль селтәрҙәрҙә #туғантелдә китапбүләкит хештегы менән яҡтыртыла.

Акцияны Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте күтәреп алды, улар ҡиммәтле энциклопедик һәм академик баҫмаларҙы республика мәктәптәренә бүләк итте.

Сараға дәүләт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр, уҡытыусылар, белем биреү ойошмалары уҡыусылары ла ҡушылды.

Башҡортостандың Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы барыһын да «Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит» республика акцияһына ҡушылырға саҡыра.