Радий Хәбиров Башҡортостанға эвакуацияланғандарҙың ҡасан килерен әйтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Донбастан эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул итергә әҙер булыуын белдерҙе. Ул 2014—2015 йылдарҙа Башҡортостандың Луганск һәм Донецк республикаларынан күсенеп килгән кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин иткәнен хәтергә төшөрҙө.

«Был бик ҡыҙғаныс күренеш – ғаиләң менән йыйынып, бәләкәй балаларыңды алып, йылы усағыңды ташлап, көсөң еткәнсә ниндәйҙер әйберҙәреңде төйнәп, белмәгән-күрмәгән ергә сығып китеү. Кешеләр өсөн был бик ҙур ҡайғы. Шуға ла беҙ ҡарар ҡабул иттек – Башҡортостан мохтаждарҙың барыһына ҡыйыҡ тәҡдим итергә әҙер. Был ярҙамды беҙ генә түгел, тотош ил хәстәрләй», — тине Радий Хәбиров.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, 19 һәм 20 февралдә ситуацион үҙәктә ДХР һәм ЛХР эвакуацияланған кешеләргә ярҙам һәм торлаҡ тәҡдимен белдергән 50 шылтыратыу теркәлгән. Ҡасаҡтар һәм уларҙың туғандарынан 7 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

«Беҙ ваҡытлыса туҡталыу урындарын ойошторҙоҡ. Уларға ике мең тирәһе кешенең килеүе көтөлә. Был бөгөн-иртәгә булыр», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан башлығы мәсьәлә менән етди шөғөлләнергә ҡушты. Ҡасаҡтар өсөн әҙерләнгән пункттар урынлашҡан төбәктәрҙә муниципалитет етәксеһе уларҙағы шарттарҙы шәхсән тикшереп, кешеләр өсөн мөһим бар кәрәк-яраҡтың булыуын тәьмин итергә тейеш.

ДХР һәм ЛХР-нан башлыса ҡатын-ҡыҙ, өлкән йәштәгеләр һәм балалар күсенеп килә, ошо уңайҙан Радий Хәбиров район хакимиәте башлыҡтарына уҡыусылар өсөн мәктәптәрҙә уҡыу урындарын хәстәрләргә, уларҙы уҡыу кәрәк-яраҡтары, дәреслектәр менән тәьмин итергә ҡушты.