ДХР һәм ЛХР граждандары өсөн ярҙам саралары

Өфө ҡала хакимиәтендә 22 февраль иртән үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Ғафаров Донбастан көтөлгән ҡасаҡтар өсөн башҡалала ярҙам саралары хәстәрләнеүе тураһында белдерҙе.

«Кисә тарихи ваҡиға булды – ил президенты Владимир Путин ДХР һәм ЛХР мөстәҡиллеген таныу тураһында указға һәм ике республика башлыҡтары менән дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Хәрби хәлдең ҡатмарлы булыуы сәбәпле республикалар биләмәһендә эвакуация иғлан ителде. Башкортостанға 2000-дән ашыу ҡасаҡ килеүе көтөлә., — тине ул. – Мәжбүри күсенеүселәрҙе ҡабул итергә һәм урынлаштырырға әҙерлек йәһәтенән 21 февралдә Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты күрһәтмә ҡабул итте, ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү һәм урынлаштырыу мәсьәләләре буйынса оператив штаб ойошторолдо. Ваҡытлыса ҡабул итеү пункттарында 370 кеше туҡталыр урын булдырылды. Бөгөн йәнә 550 кешелек урын әҙерләнә. Әлеге ваҡытта өҫтәмә пункттарҙы тикшереү бара», — тип белдерҙе Өфө мэрияһы вәкиле.

Артур Ғафаров билдәләүенсә, әле граждандарҙы туҡландырыу, аҙыҡ-түлек, медицина кәрәк-яраҡтары, психологик сәләмәтлек саралары, көнкүреш әйберҙәре, транспорт менән тәьмин итеү мәсьәләләре хәл ителә. Ҡасаҡтарҙың балаларын мәктәп һәм балалар баҡсаларына урынлаштырыу әмәле ҡарала.

«Башҡортостан һәр саҡ ҡунаҡсыллығы менән айырылып торҙо. Беҙҙең алда ДХР һәм ЛХР граждандарын лайыҡлы ҡабул итеп, урынлаштырырға һәм бар кәрәк әйберҙәр менән тәьмин итеү бурысы тора. Штаб эшләй. Йөкләмәләр таратып бирелгән, план буйынса хәрәкәт итәбеҙ», — тине ул.