Диспансер күҙәтеүен үткәреү граждандарҙың айырым категорияларына ла, шулай уҡ көндөҙгө стационар шарттарында медицина ярҙамы күрһәтеүгә лә ҡағыла. Ҡарар коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса Радий Хәбиров етәкселегендәге республика оператив штабы ултырышында ҡабул ителде.
Диспансер тикшереүе 18-39 йәшлектәргә — өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәргә йыл һайын уҙғарыла.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йылда 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36 йәки 39 йәше тулған, шулай уҡ ковид менән сирләгәндәр тикшереү үтә.
Табип тикшереүенә, диспансеризация йәки профессиональ тикшереүгә Дәүләт хеҙмәттәре, 122 телефоны аша йәки поликлиникаға шылтыратып яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы докторы Берҙәм медицина порталында ла яҙылыу ҡаралған .