«Ошо өс финанс институты Рәсәй иҡтисадында ҙур әһәмиәткә эйә, 80 миллиард долларлыҡ дөйөм активты контролдә тота», — тиелә ведомствоның рәсми матбуғат белешмәһендә.
Рәсәй Хөкүмәте мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта санкциялар һәм тышҡы янауҙар шарттарында илдең финанс системаһы тотороҡлоғон тәьмин итеү өсөн етерлек аҡса бар.
«Рәсәй Хөкүмәтендә финанс баҙарҙарын һәм айырым компанияларҙы санкцияларҙан һәм башҡа хәүефтәрҙән һаҡлау саралары буйынса аныҡ пландар төҙөлдө. Ошо эш барышында санкциялар эҙемтәләренә стресс-тестар үткәрелде. Йомғаҡтар буйынса аныҡ эш пландары әҙерләнде. Финанс баҙары һәм ҙур компаниялар уларҙы тормошҡа ашырырға тулыһынса әҙер», — тиелә рәсми матбуғат белешмәһендә.